Уртаҡташ ҡәбергә тәре, ай ҡуйылмай,
Өҫтөнә йәш толдар йәш ҡоймай.
Ташында гөл яна - ят ҡулдан ҡуҙ ала,
Мәңгелек тандыр ут ялҡынлай.
Яңыраҡ был ерҙә сәсрәгән ер үргә!
Ә бөгөн - һәйкәлдәр граниттан.
Барыһы бер булып береккән мәңгегә,
Юҡ бында берәмек яҙмыштар.
Мәңгелек ут бит ул - ялпылдап янған танк,
Ялҡындан көйгән ил өйҙәре,
Ялҡынлы-һөрөмлө Смоленск һәм Рейхстаг,
Һалдаттың ялҡынлы йөрәге...
Уртаҡташ ҡәберҙә йәш толдар йәш ҡоймай,
Һоҡланып килеүсе күберәк.
Ул уртаҡ ҡәбергә тәре, ай ҡуйылмай...
Тик кемгә һуң бынан ең(е)лерәк?
|