Мин эшемдән киттем, шундай ҙа шәп эштән сығып киттем,
Бер ни алмай ҡастым - олаҡтым инәнән тыумалай.
Һис кәрәкмәй ине, бары тик мөҙҙәте генә еткән,
Күк тауҙар артынан көн яңы эштәрен ҡыуалай.
Китап күпте бирә беҙгә, хуп,
Хәҡиҡәт тә әлмисаҡтан шул уҡ:
Үҙ илеңдә пәйғәмбәрҙәр юҡ,
Башҡа илдәрҙә лә ятмай тулып.
Һатманым дуҫтарҙы, хатта кемдер минһеҙ отто һымаҡ,
Бер дуҫты яндырҙым, тик аҙаҡ ҡуйырмын бәхилләп.
Эшемдән юғалдым - эҙ-ниһеҙ шыйҙым, эште уйлап,
Ул минһеҙ ҙә китте үҙ яйҙары менән тәгәрәп.
Беҙгә алмаш һәр ерҙә лә күп,
Киткәндәргә ҡалалар көл һибеп.
Үҙ илеңдә пәйғәмбәрҙәр юҡ,
Башҡа илдәрҙә лә ятмай тулып.
Туҙҙырҙылар мине, бәхетлемен, эйе, ә шулай ҙа
Мин үҙем бирерҙе алдылар бит күптәр буп-бушҡа.
Шылғаяҡ иҙәндән шыуышып мин барам, тая-тая,
Баҫҡыстан үрмәләп етешәм һәм сығам ҡыйыҡҡа.
Шәм яндырып көндөҙ эҙләп сыҡ -
Заратустра, Мөхәмәт тә ғәйеп.
Үҙ илеңдә пәйғәмбәрҙәр юҡ,
Башҡа илдәрҙә лә ятмай тулып.
Ә аҫтан һөрәндәр: яҡшынанмы, яманмы - кем белгән:
«Китеүе бик һәйбәт! Бит унһыҙ эш күпкә яҡшырҙы!»
Яңыраҡ ҡәғбәләр эҙләп мин йәнтәслим өҙгөләнәм,
Ашығам: бит унда, аранда, кемдәрҙер эйәрләй аттарҙы.
Алдымдағы тәре-намаҙлыҡ
Систе серҙе, фалдай асып ҡуйып:
Үҙ илеңдә пәйғәмбәрҙәр юҡ,
Башҡа илдәрҙә лә ятмай тулып.
Атлығам эйәргә, ат менән бер йән мин, бер рухтан беҙ,
Толпарым абынһа - мин уға береккән хыялый!
Эшемдән мин киттем, шундай ҙа шәп эштән сығып киттем,
Күк тауҙар артынан көн яңы эштәрен ҡыуалай.
Елдерәмен, йөрәк «туҡ» та «туҡ»,
Ҡолаҡҡа ел бәрә даға булып:
Үҙ илеңдә пәйғәмбәрҙәр юҡ,
Башҡа илдәрҙә лә ятмай тулып.
|